«Салауат Юлаев» һәм «Адмирал» командалары араһындағы серияла иҫәп тигеҙләнде

Плей-офф сиктәрендә бөгөн дәғүәселәр икенсегә осрашты. Уйын тулыһынса юлаевсылар өҫтөнлөгө менән үтте. Һөҙөмтәлә улар 5 тапҡыр уңышҡа өлгәште, ә үҙ ҡапҡаларына 2 шайба ғына үткәрте. Яҡташтарыбыҙҙан голдарҙы Шакир Мөхәмәҙуллин, Данил Башкиров, Данил Алалыкин, Иван Дроздов һәм Алексадр Хмелевски индерҙе.

Был еңеү Башҡортостан командаһына сериялағы иҫәпте тигеҙләргә мөмкинлек бирҙе. Яҡтар араһында өсөнсө осрашыу йәкшмәбе Владивостокта үтә. Башҡортостан юлдаш каналында тура трансляция көндөҙгө сәғәт 12 тула 10 минутта башлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ