Хәйриә аҡсаһын махсус хәрби операцияға Көйөргәҙе районында йәшәүсе пенсионер тапшырған

100 мең һум. Хәйриә аҡсаһын махсус хәрби операцияға Көйөргәҙе районында йәшәүсе пенсионер тапшырған. Мәүлиҙә Мәҡсүтова сумманы дәүләт түләүҙәре аҡсаһынан туплаған. Өлкән йәштәге ханымдың улы ла Чечен республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған. Яугирҙы иҫкә алыу саралары Яңы Таймаҫ гимназияһында уҙҙы. Батыр йөрәкле яугир тураһында изге күңелле әсә менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Хәстәрлекле хат юлдарын Илсур Мәҡсүтов хәрби часта әсәһенә яҙа. Һуңғыһына тиклем һуғыш барған биләмәгә оҙатылыуын туғандарынан йәшерә. Хатты ла күп яҙып өлгөрмәй, 10 ай тигәндә, тыуған йортҡа 4 кенә сәләме килә. Апрель аҙағында 20 йәше лә тулмаған яҡташыбыҙҙың мина ярсығынан ғүмере өҙөлөүе билдәле була. Бөгөн был хаттың күсермәһе Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһы музейында ҡиммәтле иҫтәлек итеп һаҡлана. Ошонда уҡ яугирҙың класташтарының хәтирәләре лә урын алған.

Ҡаҡса кәүҙәле, шаян һәм тиктормаҫ. Уҡыуҙа алдынғылыҡ бирмәгән кеүек үк, спорт менән ижадта ла егет гел беренсе була. Илсурҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектаклендә мулла ролен оҫта уйнауын яҡташтары бөгөнгөләй хәтерләй. Музейҙа тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеп, экскурсия алып барыусы ла булып өлгөрә.

Герой тәрбиәләгән әсәнең дә оло йөрәкле булыуы ғәжәп түгел. Мәүлиҙә Мәҡсүтованы районда белмәгән кеше юҡ. Халыҡ әүҙем пенсионерҙы халыҡ табибы һәм йәмәғәт эшмәкәре итеп таный. Хәрби бәрелештәр һөҙөмтәһендә юғалтыу кисергән ханым бөгөнгө махсус операцияның да ҡатмарлығын аңлай. Яугир әсәһе пенсияһын туплап, 100 мең һумлыҡ хәйриә аҡсаһын Украинала көрәшкән һалдаттар өсөн тапшырҙы.

Бөгөн Көйөргәҙе районынан 150-гә яҡын кеше махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 7-әүһе - Яңы Таймаҫ ауылынан. Апрель аҙағында район хакимиәте биләмәгә сираттағы гуманитар конвой оҙатмаҡсы.

Осрашыу аҙағында шайморатовсылар Илсур Мәҡсүтов иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа венок һалды. Ә 75 йәшлек Мәүлиҙә Мәҡсүтованың изге ярҙамы оло хөрмәткә лайыҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ