“ЗАСПОРТ” спортсылар һәм спорт һөйөүселәр өсөн

“ЗАСПОРТ” спортсылар һәм спорт һөйөүселәр өсөн

Өфөлә Башҡортостанға арналған спорт кейемдәре һатып алырға була. Бөгөн баш ҡалала “ЗАСПОРТ” магазины асылды. “Беҙҙең фабрикала профессиональ спортсылар һәм бөтә спорт яратыусылар өсөн кейем тегелә. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ отошло булырына ышанам”, - ти “ZASPORT” компанияһы генераль директоры Николай Ступаков.

“ЗАСПОРТ” спортсылар һәм спорт һөйөүселәр өсөн

 “Беҙҙең республикала 2 миллион самаһы кеше спорт менән шөғөлләнә. Башҡортостан ғорурлығы булған спортсыларыбыҙ 100 меңдән ашыу. Улар өсөн спорт кейеменең уңайлы, сифатлы һәм матур булыуы мөһим”, - ти Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов.

“ЗАСПОРТ” спортсылар һәм спорт һөйөүселәр өсөн

Бөгөн магазинды асыу тантанаһында шорт-трек буйынса Олимпия чемпионы Семён Елистратов һатып алыусылар менән аралашты, автограф таратты.  Ул 2017 йылдан “ЗАСПОРТ” бренды кейемдәрен кейә.

“ЗАСПОРТ” спортсылар һәм спорт һөйөүселәр өсөн

 “ЗАСПОРТ” фабрикаһы Башҡортостанға 429 миллион һумдан ашыу инвестиция индерҙе. Кейем тегеү предприятиеһы Ишембайҙа “Алға“ иҡтисади биләмәһендә урынлаша. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы резидент өсөн кадрҙар уҡытыу ойоштора. Хеҙмәткәрҙәр өсөн дөйөм ятаҡ булдырыла.

#ZASPORT#ЗАСПОРТ   #Алға   #Башҡортостан #Өфө

Автор: Зөһрә Арсаева. 

Фото №1 - “ЗАСПОРТ” спортсылар һәм спорт һөйөүселәр өсөн
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ