Йәрмәкәйҙә “Айыҡлыҡ – уңыш нигеҙе” тип аталған төбәк-ара форум үтте

Йәрмәкәйҙә “Айыҡлыҡ – уңыш нигеҙе” тип аталған төбәк-ара форум үтте

Быйыл район “Айыҡ ауыл” конкурсында 4-се тапҡыр ҡатнаша. Ярыштың муниципаль этабында Бикет ауылы еңеүсе булды. “Айыҡ ауыл” бәйгеһе төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерә, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Төбәк-ара форумда Ырымбур өлкәһе һәм Татарстандан ҡунаҡтар ҡатнашты. Йыйынға интернет аша Мәскәү вәкилдәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡушылды. Район хакимиәте вәкиле Энже Шафиҡова.

Йәрмәкәйҙә “Айыҡлыҡ – уңыш нигеҙе” тип аталған төбәк-ара форум үтте

Сарала СССР-ҙың спорт мастеры, еңел атлетика буйынса чемпион, ғалим Миңлевәсик Абдуллин да ҡатнашты. Ул оҫталыҡ дәресе күрһәтте.  “Беҙ йәш быуынды сәләмәт итеп үҫтереүгә ҙур өлөш индерергә тейешбеҙ”, - ти спортсы. 

Йәрмәкәйҙә “Айыҡлыҡ – уңыш нигеҙе” тип аталған төбәк-ара форум үтте
Фото №1 - Йәрмәкәйҙә “Айыҡлыҡ – уңыш нигеҙе” тип аталған төбәк-ара форум үтте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ