Бөгөн өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланған һалдаттар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Хәрбиҙәрҙе Өфөнөң Совет майҙанында туғандары, балалары һәм республика етәксеһе кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡаршы алды.
Баш ҡалаға килеп етеү менән ир-егеттәр Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙарҙы ялға ҡайтарыу һәм кире алып барыу өсөн махсус автобустар бүленгән. Көҙгөһөн мобилизацияланған һәм хәрби бурыстарын үтәгән һалдаттар өйҙәрендә булғандан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.






