Яҡташлыҡ көсө берҙәмлектә. Дүртөйлө ҡалаһында Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған «Кесе Ватаным - Атайсал» 4-се зональ форумы үтте. 10 муниципаль берәмек ҡатнашҡан сарала ижади һәм эшлекле майҙансыҡтар эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Миңзәлә ҡалаһы башҡорттарына хас тарихи йыр Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәүселәргә лә берҙәй яҡын. «Кесе Ватаным - Атайсал» форумы майҙанында ул Краснокама башҡорттары башҡарыуында яңғыраны. Был төбәктә йәшәүселәр йырҙағыса берҙәм, ихлас. Кесе Ватанына ярҙам итеүселәр һаны буйынса ла улар республикала алдынғылар иҫәбендә.
«Кесе Ватаным - Атайсал» форумының төп майҙансығы Дүртөйлө ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Сарала ҡатнашҡан 10 муниципаль берәмек үҙ төбәгенә бәйле стенд-күргәҙмә, ҡул эштәрен тәҡдим итте. Ошонда уҡ оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
Яңы кимәлгә күтәрелеү тап урындағы халыҡтың берҙәмлегендә, тырышлығында күренә. Миҫалды оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй. Һуңғы йылдарҙа республикала киң ҡолас алған «Урындағы башлағыстарҙы яҡлау программаһы», «Айыҡ ауыл», «Атайсал» проекттары тап төбәк мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Дүртөйлө районында ғына мәҫәлән, программа эшләй башлағандан алып 248 проект тормошҡа ашырылған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды «Атайсалға изге ғәмәлдәр» йылы тип иғлан итте. Был күләмле проекттың мәртәбәһен тағы ла арттырҙы. Уның ҡарауы, үҫеп килеүсе быуын араһында ла ҡыҙыҡһыныу артты. Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында ла Дүртөйлө ҡалаһы мәктәптәре араһында ойошторолған майҙансыҡ сиктәрендә уҡыусылар үҙ социаль-йәмәғәт проекттарын тәҡдим итте.
Әйткәндәй, ике йыл эсендә «Атайсал» сайтында миллиард ярым һум самаһы тәшкил иткән 16 меңдән ашыу заявка теркәлгән. Изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн 900 миллион һум самаһы йәлеп ителгән. Башлыса республика халҡы шишмә сығанаҡтарын төҙөкләндерелгән, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемен мәңгеләштергән һәйкәлдәр яңыртылған, иман йорттары сафҡа индерелгән. Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүҙе лә халыҡ дәррәү күтәреп алған.
Азат Ғәлиуллин



