Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Сибай сәсән йыйыны тапҡыр телле һүҙ оҫталарын асыҡланы

Йор һүҙле сәсән ҡайһы районда йәшәй? Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Сибай сәсән йыйыны тапҡыр телле һүҙ оҫталарын асыҡланы. Унда республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары вәкилдәре ҡатнашты.

Айыҡлыҡты һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы, туған телде һаҡлап ҡалыуҙы һәм уны үҫтереүҙе пропагандалаған бәйгелә республика райондары сәсәндәре үҙҙәренең тел байлығын күрһәтте.Конкурс талаптары буйынса, тәүге турға ҡатнашыусылар үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәр алып килә.

20 сәсәндең һигеҙе икенсе турға үтеп, ҡапма-ҡаршы әйтештә ҡатнашты. Улар һорауҙарға тапҡыр яуап бирҙе, торған ерҙән шиғырҙар ижад итте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Гран-приға Әбйәлил районынан Мәүҙиғә Баймөхәмәтова лайыҡ булды.

Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары сәсәндәре араһындағы ярыш Иҫке Сибай ауылында үтеүе юҡҡа түгел. Сөнки тап ошо ерлектә күренекле йәмәғәт эшмәкәре, кантон етәксеһе, Сибай йыры авторы Шаһиәхмәт Сибаев тыуған. Ул халыҡ араһында Сибай сәсән булараҡ дан алған.

Халыҡ ижадын популярлаштырыуҙы, сәсәндәр ижадын үҫтереҙе һәм таратыуҙы,төбәктә һүҙ оҫталарын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған бәйге киләсәктә лә уҙғарылһын, тигән уй-ниәт менән таралышты сарала ҡатнашыусылар.Билдәләргә кәрәк, Сибай сәсән йыйыны «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ