Өфө районы Урыҫ Юрмашы ауылы биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләрен 8 март менән ҡотланы. Хәйриә акцияһын Шамонин, Шмидтов, Бурцев ауылдарының гүзәл заттарын туплаған «Әсәйҙәр клубы» ойошторҙо. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы улар алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаиләләренә тәмле күстәнәстәр, сәскә гөлләмәләре тапшырҙы. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова акцияға ләлә сәскәләре үҫтергән Мостаевтар ғаиләһендә булды.
Күҙ яуын алып торған ләләләрҙе үҫтереү еңел түгел. Наҙлы, нәзәкәтле сәскә уңайлы шарттар, айырым тәрбиә талап итә. Был ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәндә уңышты күҙ асып йомған арала юғалтырға мөмкин. Шулай уҡ беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған сорттарҙы һайлау мотлаҡ.
Тәҙрә төбөндәге һауыттан башланған шөғөл артабан бәләкәй бизнесҡа әүерелә. Әлеге көндә Мостаевтар 11 мең төп тирәһе ләлә үҫтерә, бөтәһе 12 сорт. Йорттоң бер бүлмәһе теплица итеп үҙгәртелгән.
Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында, сәскәләрҙе ҡылдым тамаша. Хуш еҫтәре менән йән шатлана, нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша. Мостаевтарҙың йортона инеү менән Мәжит Ғафуриҙың ошо шиғыр юлдары иҫкә төшә. Бында ысынлап та, төрлө төҫтәге ләләләрҙән хуш еҫ бөркөлә, яҙ һулышы һиҙелә.
Өфө районында йәшәүселәр ҙә, баш ҡала халҡы ла байрамға Мостаевтарҙың сәскәһен алырға тырыша. Әле генә ҡырҡылған ләләләр тиҙ һулымай, икенсенән, таждары эре, сағыу. Хужалар хәйриә акцияларында ла даими ҡатнаша. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы улар алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаиләләре өсөн гөлләмәләр әҙерләгән. Был башланғысты Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауылы хакимиәте лә күтәреп алған.
Шамонин, Шмидтов, Бурцев ауылдары әсәйҙәре клубы хәйриә акцияларын артабан да дауам итергә ниәтләй. Урыҫ Юрмашы ауылы хакимиәте лә йәмәғәт ойошмаһының проекттарын хуплап тора. Гүзәл заттар киләсәктә үҙҙәренең айырым бинаһы һәм күләмле эштәр хаҡында хыяллана. Ә уй-ниәттәр күп, уларҙы тормошҡа ашырыу ғына шарт.
Р. Кәримова






