Профсоюздарҙан ҡышҡы спартакиада

Спорт министрлығына - 100, социаль партнерлыҡҡа - 30 йыл тулыу айҡанлы саңғы ярыштары Өфөнөң биатлон комплексында ойошторолдо. Республиканың 13 профсоюз тармағы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткән спорт сараһы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Ҡышҡы спартакиадала 35 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар 3 километрға уҙышты. 45 йәштән өлкәнерәк гүзәл заттар 2 саҡрымлыҡ дистанцияны үтергә тейеш. Сәмле ярышты Рәсәй кимәлендәге юғары категориялы судья Вячеслав Кравчук баһаланы. Уҙышта ҡатнашыусылар араһында дистанциянан сығыусылар булманы. Өфөнән Салауатовтар ғаиләһе был спартакиадала йыл һайын ҡатнашып, призлы урын яулай.

Саңғыла уҙышыусылар араһында Башҡортостан райондары вәкилдәре лә бар. Гөлдәр Әбдрәхимова Күгәрсен районы командаһы составында ярыша. Тәүәкән ауылының күп функциялы мәҙәниәт һарайы белгесе спорт ярыштарының береһен дә ҡалдырмай.

Пофсоюэ хеҙмәткәрҙәре тармаҡтарынан ике тиҫтәнән ашыу йыйылма команда көс һынашҡан ҡатнаш эстафета, ғаилә ярыштары юғары кимәлдә үтте. Күләмле спорт сараһын ойоштороусылар сәләмәт йәшәү рәүшен һәм әүҙем спорт төрҙәрен пропагандаланы.

Ҡышҡы спартакиадала беренсе төркөмдә «Нефтьгаз төҙөлөшө хеҙмәткәрҙәре беренсе, «Элемтә» профсоюзы командаһы икенсе», «Электр»профсоюзы хеҙмәткәрҙәре өсөнсө урын яуланы. Тармаҡ профсоюзы ярыштарында төрлө этаптарҙа барлығы 65 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Еңеүселәр дипломдар, кубоктар һәм аҡсалата бүләктәр менән баһаланды.

Профсоюз ағзалары ҡатнашлығында саңғы ярыштары 200 ашыу спортсыны берләштерҙе. Шәхси беренселек, эстафета ярыштарынан тыш, ғаиләләр ҙә саңғыларҙа уҙышты. Атайҙар бер саҡрым, әсәйҙәр 500 метр, балалар 200 метрҙа таһыллығын һананы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ