Шаран районында ҡыҙҙар гүзәллек бәйгеһенә майҙан тотто

Дмтриева Поляна ауылында уҙған байрам район ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ҡатнашыусылар йыр- бейеү, ҡул эштәре, аш- һыу оҫталығы кеүек һынауҙар буйынса ярышты. «Йәш леди» дүрт этапта үтте. 16 ҡыҙ араһынан Иҫке Сикәй ауылынан Екатерина Миникееваға етеүсе булманы. Конкурсанттарға төрлө номинация буйынса дипломдар тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ