Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Ашҡаҙар» гәзите призына шахмат буйынса асыҡ ҡала турниры уҙҙы

Алты йәштән алып туҡһан йәшкә тиклем йөҙҙән ашыу шахматсыны йыйған бәйге 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт комплексында үтте. Интеллектуаль ярыш махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташтар исеменә арналды. Әйткәндәй, турнирҙа ҡатнашыусыларҙы хәрби бәрелештә һәләк булған офицер, Стәрлетамаҡ егете Олег Тамашовтың атаһы - Закир Йомабай улы сәләмләне.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, сара шахматта иң-иңдәрҙе асыҡлау өсөн генә түгел, ә йәш быуында тыуған илгә һәм уны һаҡлаусыларына ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылды. Уйын аҙағында еңеүселәрҙе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугиры бүләкләне.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ