Уны Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте менән Өфө фән һәм технологиялар университеты колледжы ойошторҙо. Студенттар хәрби һөнәргә эйә булған гүзәл заттар һәм герой ҡатындары тураһында ҡыҫҡа видеояҙмалар яҙҙырҙы, уларҙы етеп килгән байрам менән тәбрикләне. Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә белем алған колледж уҡыусылары үҙҙәренең пландары менән уртаҡлашты, ни өсөн был һөнәрҙе һайлауҙары тураһында һөйләне.
Республика Хәрби дан музейында үткән акцияға гвардия майоры Елена Ухаль саҡырылғайны. Ул колледж студенттары алдында сығыш яһап, тормош юлы тураһында һөйләне, кәңәштәр бирҙе.






