«Айыҡ ауыл» республика конкурсында сиктәрендә ойошторолған сарала Яныш ауылы урамдары командаларға бүленеп бер-береһе менән көс һынашты.
Балаҫ һәм ҡул эштәренән күргәҙмә, самауыр сәйе менән мул табын әҙерләнде. Командалар ҡунаҡтарҙы милли ризыҡ менән һыйланы. Ауыл халҡы спорт ярыштарында ҡатнашып күңел асты. Байрамдан Яңыш ауылы килендәре лә ситтә ҡалманы, улар үҙҙәренең уңғанлығын аш-һыу әҙерләп иҫбатлаһа, ир-егеттәр арҡан тартып иң көслөләрҙе билдәләне. «Билдәһеҙ һалдат» һәйкәленә сәскә һалынды, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яҡташтарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.



