Дәүләкәндә 5-се гимназияһы уҡыусылары финанс грамота курстарын тамамланы

Туңдырмаға ҡайҙан аҡса табырға, нисек итеп кеҫә телефоны һатып алырға? Дәүләкәндә йәшәүсе балалар быны яҡшы белә. Ҡаланың 5-се гимназияһы уҡыусылары финанс грамота курстарын тамамланы. Ярты йылға яҡын финанс белемен арттырған балаларға сертификаттар тапшырылды.

Тиндәр һумдарҙы һаҡлай. Дәүәләкән ҡалаһының 5-се гимназияһы уҡыусылары быны яҡшы белә һәм ғәмәлдә ҡуллана. Аҡса йыйырға улар дәрестән тыш үткәрелгән курста уҡыған.

5 ай эсендә мин 31 мең 410 һум аҡса йыя алам. Элек, аҡсам булһа уны тәмлекәстәгә тота инем. Хәҙер телефон һатып алырға йыям.

Арыҫлан Баязитов, Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназия уҡыусыһы

Ҡатырға ҡумта бәләкәй генә банк ролен үтәй. Иҫәпләү, аҡса менән эш итеү алымдары балаларға ҡыҙыҡлы итеп аңлатыла. Дәрес программаһы психолог һәм методист менән берлектә кескәйҙәр өсөн әҙерләнгән.

Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһында финанс грамота курсын өсөнсө кластан етенсегә тиклем 35 уҡыусы тамамлаған.

Дәрес программаһы Бөтә Рәсәй «ЧайлдСкилл» онлайн- платформаһыныҡы. Дәүләкән гимназияһы өсөн ул хәйриә сиктәрендә бушлай үткәрелгән. Проектҡа нигеҙ һалыусы белгес Башҡортостанда тыуып үҫкән егет.

Курсты ойоштороу өсөн гимназия менән килешеү төҙөлдө. Курс мәктәптәрҙә әлеге мәлдә һынау булараҡ уҙа. Өфөлә 10-сы мәктәп һайланды. Дәрестәр хәҙерге заман балаларының фекерләү ҡеүәһенә тура килтереп эшләнде. Беҙҙең онлайн майҙансыҡ рәсәй буйынса һәм сит илдә лә эшләй.

Никита Абрамов, онлайн- платформа авторы

Курс ярты йыл дауам иткән. Уны йомғаҡлау кисәһендә уҡыусыларға сертификаттар тапшырылды.

Рәмилә Исмәҡғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ