Беренсе лигала сығыш яһаусы «Өфө» командаһы Мәскәүҙең «Велес» клубын ҡабул итте

Оҙайлы ҡышҡы тәнәфестән һуң футбол буйынса Рәсәй чемпионаты старт алды. Беренсе лигала сығыш яһаусы «Өфө» командаһы Мәскәүҙең «Велес» клубын ҡабул итте. «Нефтсе» стадионындағы тәүге осрашыу күреү мөмкинлеген сикләгән ҡатмарлы һауа шарттарында үтте.

Иҫәпте 10-сы минутта яҡташыбыҙ Алексей Евсеев асты. Әммә тәнәфес алдынан ғына дәғүәселәр яуап тубы индерҙе. Икенсе таймда өҫтөнлөк тулыһынса Башҡортостан командаһы яғында булды. Һөҙөмтәлә майҙан хужалары өс тапҡыр уңышҡа өлгәште. Шулай итеп орсашыу «Өфө» клубы файҙаһына 4-1 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе матчын Арыҫлан Хәлимбәков тәрбиәләнеүселәре 12 мартта «Волгарь» клубы менән үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ