Глобаль селтәрҙә Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормош юлына арналған сайт эшләй башланы

Глобаль селтәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына һәм тормош юлына арналған сайт эшләй башланы. Интернет-ресурс төбәктең тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән Башҡортостан башлығы грантына булдырылған.

Сайтты архив материалдар, документтар менән байытыуға шағирҙың балалары ҙур көс һалған. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре лә күләмле проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән. Был турала Өфөлә ойошторолған сайттың презентацияһында билдәләнде.

Сайтты яңы материалдар менән байытыу һәм хеҙмәтләндереү буйынса яуаплылыҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатына тапшырылды. Интернет-проекттағы мәғлүмәттәр башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ