Документҡа ярашлы, ул биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 17 әсәгә тапшырыла. Исемлектә Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә, Нуриман, Хәйбулла райондары һәм Сибайҙан күп балалы әсәләр бар. "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүселәргә 50-шәр мең һум аҡса түләнә.







