Рәсәйҙә үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны исемен биреү тәртибе ҡабул ителде. Документтарҙы йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариаттар тапшыра. Алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашыусыларға ветеран исеме биреү тураһында закон уҙған йылдың ноябрендә ҡабул ителде. Ундайҙар өсөн һәр төрлө льготалар ҡаралған, ай һайын аҡса ла түләнә.







