Радий Хәбиров бөгөн «Торатау» Конгресс -холында ҡатын-ҡыҙҙарҙы етеп килгән байрам менән ҡотланы

Радий Хәбиров бөгөн «Торатау» Конгресс -холында ҡатын-ҡыҙҙарҙы етеп килгән байрам менән ҡотлап, Дәүләт наградалары тапшырҙы. Район башлығы, журналист, кинолог, диспетчер һәм башҡа һөнәр эйәләре бөгөн «Торатау» Конгресс -холында Радий Хәбиров ҡулынан дәүләт наградалары алды. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ ҙә бар. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

Байрам тантанаһына килеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлау «Торатау» конгресс-холы ишегенә тиклем үк башланды. Ҡыҙыл келәм түшәлгән юлдан хәрби формалағы йәш егеттәрҙән матур теләктәр аҫтында инделәр. Эскә бер генә гүзәл зат та сәскәһеҙ үтмәй, кадет мәктәбе егеттәре ҡулынан ләлә гөлләмәһе алғас ҡына.

Мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт үҙәктәре төҙөлә, йәш быуынды лайыҡлы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырабыҙ һәм был йәһәттә әсәләргә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, тине Радий Хәбиров. Бигерәк тә хәҙерге махсус хәрби операция шарттарында......

Байрам тантанаһына махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан һәм яҡындары яу яланында яҡындары булған ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылған. Республика төбәктәренән оҙон юлдан килгәндән һуң улар залға матурлыҡ салоны аша инде. Дәүләт мәшғүллек уҡытыу үҙәге сәстәренә прическа яһаны.

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр район башлығы вазифаһына тәғәйенләнеп уны оҫта үтәүсе гүзәл зат- Зөһрә Гордиенконың хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән баһаланды. Тотош районға етәксе ханымдың яуабы ла ир-егттәрсә - ҡыҫҡа һәм үткер.

Ил граждандарын тәрбиәләү балаларҙан башлана. «Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла бынан ары мәҙәни һәм башҡа сараларға күкрәгенә орден тағып киләсәк.

Сәләмәтлек һағында тороусыларҙың эшенең мөһимлеге пандемия осоронда айырыуса ныҡ билдәләнде. Тотош республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн хеҙмәт итеүсе мөләйем һәм һәр ваҡытта асыҡ, ихлас булып ҡала белгән Гөлнара Зиннуроваға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы тапшырылды.

Утыҙ йылға яҡын республикала барған төп хәл- ваҡиғалар уртаһында ҡайнау, уларҙы ваҡытында, дөрөҫ итеп халыҡҡа еткереү.. Хеҙмәттәшебеҙ, «Яңылыҡтар» хеҙмәте махсус хәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәмзиә Кәримова- Байбулатова Башҡортостандың почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен әйтеү башҡа ваҡытта килешмәгән хәл булһа, уныҡын- ғорурлыҡ менән әйтергә була- яңыраҡ ҡына 85 йәшен билдәләгән Альбина Исхакова ла Радий Хәбиров ҡулынан Башҡортостандың Почет грамотаһын алды. Тик республиканың баш өләсәйе башҡа төрлө награда көткән икән.

Күп йыллыҡ эше менән республиканың үҫешенә тос өлөш индереүсе гүзәл заттарҙың байрамын концерт номерҙары биҙәне.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
Акции БСТ