Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең әсәләре тәбрикләнде

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең әсәләре тәбрикләнде. Урындағы хакимиәттән уларға гөлләмә һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Шулай уҡ байрам уңайынан ауыл биләмәһе депутаты Максим Видинеев мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән осрашып, уларға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Осрашыуҙа Ватан һағына баҫҡан егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары барланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ