Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына һәм «Айыҡ ауыл» республика конкурсына арналған ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршы алыу байрамында Ҡалтасы, Яңауыл, Борай, Илеш райондарының, Удмурт республикаһы, Пермь крайы вәкилдәре ҡатнашты. Күңелле ярыштар, милли уйындар уҙғарылды, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.



