Бөгөн дәғүәселәр плей-офф сиктәрендә дүртенсегә осрашты. Көсөргәнешле уйын Владивостокта үтте.
Тәүге ике осорҙа командалар уңышҡа өлгәшә алманы. Матчтың яҙмышы өсөнсө осор аҙағында ғына хәл ителде. Юлаевсыларҙың берҙән-бер шайбаһын Григорий Панин индерҙе. 37 йәшлек һаҡсы өсөн быйылғы миҙгел айырыуса уңышлы уҙа. Ул үҙ карьераһында иң күп мәрәй тупланы.
Владивостокағы еңеү «Салауат Юлаев» клубына сериялалағы иҫәпте тигеҙләргә мөмкинлек бирҙе. 2-гә 2. Яҡтар араһындағы бишенсе осрашыу 9 мартта «Өфө-Арена» боҙ һарайында уҙа. Башҡортостан юлдаш калалында тура трансляция 7 тула 15 минутта башлана.



