Бөгөн Өфө кинотеатрҙарының береһендә баш ҡалала йәшәүсе хаҡлы ялдағыларға бушлай фильм ҡарау мөмкинлеге бирелде. Хәйриә сараһы республика башлығы иғлан иткән «Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы» сиктәрендә тормошҡа ашырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Иртә булыуға ҡарамаҫтан, тамашасы залы халыҡ менән шығырым тулы. Оло быуын вәкилдәре Ватан кинематографияһының сираттағы картинаһын ҡарарға килгән. Хәйриә сараһы бөгөн икенсе ҡабат тормошҡа ашырылды.
Быға тиклем ололарға тотош донъяла киң билдәлелек алған «Чебурашка» фильмын ҡарау мөмкинлеге бирелһә, бөгөн икенсе картинаға тамаша ҡылды. Хәйриә сараһы сиктәрендә пенсия йәшендәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән шифаханалар декадаһы ла уҙғарыла. Ойоштороусылар сараны 21 мартҡа билдәләгән. Ғөмүмән, бар осрашыуҙар ҙа оло быуын вәкилдәре һорауы буйынса тормошҡа ашырыла.
Бөгөнгө хәйриә сараһы Өфөнөң Черниковка биҫтәһе кинотеатрҙарында береһендә тормошҡа ашырылды. Алдағы көндәрҙә баш ҡаланың башҡа мәҙәни учреждениеларында ла ойошторолор тип көтөлә. Ғөмүмән, «Тандем» оло быуын вәкилдәренә социаль ярҙам итеү үҙәгенә һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Телефон һандары экранда күрһәтелгән.
Азат Ғәлиуллин



