Башҡортостанда яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырыу өсөн 200 миллион һум аҡса йүнәлтелә

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде.

Тораҡ пункттар урамдарын яҡтыртыу буйынса программа 2019 йылда тормошҡа ашырыла башлай, бөтәһе 40 мең тирәһе ҡоролма ҡуйыла йәки алмаштырыла. Тик бер осор программа туҡтатылып тора. Әммә быйыл ул Радий Хәбировтың тәҡдиме менән яңыртылған. Сөнки был башланғыс халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Проблема яңы ҡалҡып сыҡҡан биҫтәләр өсөн актуаль, бигерәк тә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары янында. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бүленгән сумма ҙур түгел, әммә был эш бик мөһим, уны башларға кәрәк. Бөтәһе 3 меңгә яҡын ҡоролма урынлаштырыу ҡаралған. Өҫтәмә финанслау сығанаҡтары ла эҙләнә.

Оператив кәңәшмәлә юлдар торошо хаҡында ла һүҙ барҙы. Ике айҙа ғына йөктөң ауырлығын арттырған өсөн транспорт хужаларына135 миллион һум штраф һалынған. Әле республикала 13 йөк контроле пункты эшләй. Республика башлығы әйтеүенсә, ошоға тиклем күп кенә пункттар ябыҡ торған, әммә уларҙың эшмәкәрлеге контролгә алынғандан һуң барыһы ла яйланған. Бөгөнгә автомобилдәрҙең йөгөн тикшереү станциялары тулыһынса эшләй, көньяҡ райондарҙа тағы ла өс пункт асыу күҙаллана. Радий Хәбиров киләһе транспорт сәғәтенә ошо йүнәлештәге эште камиллаштырыу буйынса 2-3 йылға иҫәпләнгән программа әҙерләргә ҡушты.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ