Башҡортостан менән Беларусь араһында тура авиабәйләнеш асылыу фонында ике дәүләт телекомпанияһы берлектәге проектҡа тотондо.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән Беларусь телеканалдары эфирында ике республиканың туристик йәлеп итеүсәнлеге тураһында видеороликтар күрһәтелә башланы.
Күрше дәүләт халҡы хәҙер беҙҙең төбәк - мәҙәниәт, иҫтәлекле урындар һәм туристик мөмкинлектәр тураһында күберәк белә ала. Республиканың төп телевидениеһы эфиры ярҙамында Башҡортостан халҡы ла Белоруссия хаҡында шулай уҡ беләсәк.
е дәүләт медиахолдингы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә бойомға ашырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был аҙнала Өфөнән Минскиға беренсе тура авиарейс юлланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо һауа йүнәлешен асыу бурысын ҡуйҙы.
Бөгөн Белоруссия республиканың төп сит ил партнерҙарының береһе булып тора. Ә быйыл йәй Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең форумы үтәсәк.



