Яҡташыбыҙ Альбина Хәйҙәршина «Герой - Әсә» исеменә лайыҡ булды

Бөгөн - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Яҙҙың иң мөғжизәле байрамдарының береһендә яҡташыбыҙ Альбина Хәйҙәршина «Герой - Әсә» исеменә лайыҡ булды. Награданы Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ул Башҡортостанда был исемгә эйә булған беренсе һәм Рәсәйҙә унынсы ҡатын.

Альбина Хәйҙәршина - Балтас районынан. Ире Винер менән бергә 13 балаға ғүмер бүләк иткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2022 йылдың июнендә үҙенең социаль селтәрҙәрендә ғаилә хаҡында яҙып сыҡҡайны. Хәйҙәршиндар өсөн «Герой - Әсә» наградаһы ил Президенты ҡулынан алған беренсе награда ғына түгел. 2014 йылда Владимир Путин күп балалы парҙы «Ата-әсәлек даны» ордены менән дә бүләкләне.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ