Яҙҙың беренсе байрамына сәскә-гөлләмәләре. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә сәскәләр салоны ир-егеттәр менән тулы. Ихтыяжға бәйле, хаҡтар ҙа үҙгәрешһеҙ ҡалмаған. Шулай ҙа көслө заттар өсөн иң мөһиме гүзәл зат вәкилдәренә байрам кәйефе бүләк итеү.
Йылдағыса ләләгә ихтыяж ҙур. Сөнки, был төр сәскәләр яҙҙың үҙенә күрә матур биҙәгенән һанала. Шуға ла салондарға килеү менән шунда уҡ һатылып бөтә. Өҫтәүенә, күмәртәләп алыусылар ҙа юҡ түгел.
Заказдар күп төрлө. Әсәй-өләсәйҙәргә, һөйгәнеңә генә түгел, хатта ки өйҙәге бәләкәс ҡыҙҙарға ла өлөш сығара.
Әлбиттә, тормош иптәшенә лә Айҙар Ғәлиев тик ул яратҡанынан ғына һайларға тырышты.
Мөхәббәт, ихтирам һәм хөрмәт билдәһе һаналған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, әлбиттә, гөлләмәһеҙ үтмәй. Әгәр ҙә ул ашалыҡтар менән йыйылһа икеләтә ҡәҙерле. Сәскәгә кеүек уларға ла бөгөн һорау ҙур. Еләктән, бөрлөгәндән, зефирҙан эшләгәне булһынмы һәр кем күңеленә яҡынын таба ала.
Һатыусылар фекеренсә, 8 март көнөндә яҙғы классика - мимоза һәм ләләләр яҡшы үтә. Рауза һәм эустомалар аҙ ғына ҡалыша. Ә инде алынған һорауламалар буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың 5 проценты хризантема, ҡәнәферҙәр һайлаһа, 12 процент самаһы пион һәм аҡ сәскәләргә өҫтөнлөк бирә. Гүзәл заттарҙың 28 проценты, әлбиттә, ләләләрҙе ярата.
Азат Ғәлиуллин






