Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр менән бер рәттән карьера бейеклегенә лә үрләй

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар муниципалитет менән дә етәкселек итә. Уларҙың береһе Иглин районы хакимиәте башлығы - Гүзәл Насирова. Етәксе итеп тәғәйенләнгәс тә, ул урындағы мәсьәләләрҙе анализлап, эш йүнәлешен билдәләне, «юл картаһы» төҙөлдө. Иглин районының баш ҡалаға яҡын урынлашыуы - уның эшмәкәрлегенә айырыуса яуаплылыҡ өҫтәй. Гүзәл Рәйес ҡыҙының аныҡ ҡуйған маҡсат-бурыстары райондың иҡтисади кимәлен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.

Ике йыл район башлығы булып эшләү ваҡытында 4 комплекстан торған таҙартыу ҡоролмалары сафҡа ингән. Уға күп фатирлы 12 йорт, мәктәп һәм Гемодиализ үҙәге тоташтырылған. «Таҙа һыу» милли проекты сиктәрендә Иглин ауылын сифатлы һыу менән тәьмин итеү өсөн скважиналар төҙөлә. Ул 2024 йылда ҡулланыуға тапшырыласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ