Барлыҡ ведомстволарға мобилизацияланған граждандар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында мәғлүмәт автоматик рәүештә киләсәк. Уҙған аҙнала Рәсәй Хөкүмәтендә әлеге категория граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү процедураһын ябайлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ярҙам алыр өсөн дәүләт хеҙмәте порталы аша ғариза бирелергә тейеш.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконың Башҡортостанға килеүе һөҙөмтәләре һәм федераль новациялар тураһында Хөкүмәт ултырышы үтте. Республика Хөкүмәтенә 10 көн эсендә вуз-ара студент кампусының тәүге сиратын төҙөү, уны фәнни эшмәкәрлеккә әҙерләү буйынса юл картаһы булдырырға ҡушылды. Федераль кимәлдә спорт инвентарҙары һәм ҡорамалдары сығарыусыларға дәүләттән субсидия бүленәсәк.






