Алдағы тәүлектә Башҡортостанда һауа торошо насарайыуы фаразлана

Электр линияларына һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә 2-7 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус һыуыҡтан 4 градусҡа тиклем йылыта. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлегенең насарайыуы ихтимал.

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов та һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта юл-патурль хеҙмәте инспекторҙары ярҙам күрһәтергә әҙер, тип билдәләне ул.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ