Башҡортостан милли музейынан «Яҙғы мәҙхиә. Тап Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы музей хеҙмәткәрҙәре гүзәл заттарҙы тормошта үҙҙәрен кәрәкле һәм нәзәкәтле итеп тойорға ярҙам итте. Оҫталыҡ дәрестәре, фотозоналар, ҡыҙыҡлы экскурсиялар менән тулы байрам саралары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Рәшиҙә Миңлеғолова етештергән милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтарҙың матуурлығынан күҙ ҡамаша. Был ҡурсаҡтарҙы сувенир итеп бүләк итергә һәм автообиль салонын биҙәү өсөн ҡулланырға мөмкин. Башҡорт милли костюмының тулы күсермәһен бәләкәй деталдәр ярҙамында сағылдырыусы оҫталар эше менән танышып башҡорт халҡының тарихын да күҙалларға мөмкин, ти байрам көндө милли музейға килеүсе гүзәл заттар.
Рәссам Гүзәл Мостафинан традицион балаҫ туҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә милли музейға килеүселәр ҡыҙыҡһынып ҡараны. Оҫтабикәләр йәрминкәһенән ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәре менән шөғөлләнеү өсөн материадар һайланы, күңеленә ятҡан биҙәнеү әйберҙәрен һатып алды.
Үҙендә ышаныс булдырырға теләүселәр психолог менән аралашты. «Ҡатын-ҡыҙ донъяһы», «Милли биҙәүестәр» бүлеге лә башҡорт милли костюмын тергеҙеүселәрҙе яңы ижадҡа илһамландырҙы. Был залды тамаша ҡылыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының байрамдарҙа кейем йөрөй торған ҡупшы кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре менән танышты.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә милли музейға экскурсияға тотош ғаилә менән килеүселәр ҙә бар ине. Өфөнән ғаилә башлығы табиб Тимур Шиһабетдинов тормош иптәше, ҡыҙҙары Азалия менән Лилиәгә лә бөгөнгө байрам иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн милли музейға экскурсияға килергә тәҡдим иткән. Ғаилә башлығы ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән тәбрикләп, милли асылыбыҙға ҡайтырға өндәне.
Башҡортостан милли музейында 8-се март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан байрам сараларын ойоштороусылар үҙ маҡсатына иреште. «Яҙғы мәҙхиә» акцияһында ҡатнашыусы гүзәл заттарҙы матурлыҡ тыуҙырыусылар үҙҙәрен тағы ла ышаныслыраҡ, кәрәклерәк һәм бәхетлерәк итеп тойорға ярҙам итте.
Башҡортостан милли музейында ойошторолған «Яҙғы мәҙхиә» акцияһы сиктәрендә башҡорт тримәһендә фотозонала эшләне. Бында этнографик стилдә милли кейемдәр кейеп бөгөнгө байрамды тарихҡа теркәргә мөмкин ине.
Гүзәл Борханова



