Алтмыштан ашыу йәш спортсы «пхумсэ» дисциплинаһында күрһәтмә хәрәкәттәр яһаны. Ҡәтғи билдәләнгән күнекмәләргә ярашлы ҡатнашыусыларҙың үҙҙәрен һаҡлау һәм һөжүм итеү алымдары үтәлеше тикшерелде.
Шулай уҡ ярыш барышында шәхси, парлы һәм өсәрләп сығыштар баһаланды. Башҡортостан спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған чемпионаттың тәүмаҡсаты - тхэквондо буйынса көслө спортсыларҙы билдәләп, Башҡортостандың йыйылма командаларына кандидаттар әҙерләү. Еңеүселәргә миҙалдар һәм дипломдар тапшырылды.
Үҫеп килгән быуын өсөн һәр чемпионат ҡәҙерле, тхэквондо буйынса оҫталыҡты арттырыу сараһы. Келәмгә сығыусылар араһында ғәҙәттәгесә, ҡыҙҙар ҙа булды, аяҡ-ҡул көсө талап ителгән спортҡа улар ҡурҡыуҙы юҡ итеү өсөн килгән.



