Яуаплы ведомстволар билдәләүенсә, йүнәлештең төбәктә туристик ағымын арттырыу өсөн мөмкинлектәре киң. Башҡортостандағы Евразия халыҡтары ассамблеяһы ағзалары ҡатнашлығындағы ултырышта белгестәр тармаҡ проблемалары, атап әйткәндә, турҙарҙа сифатлы трансфер ойоштороу кеүек мәсьәләләргә ҡағылды.
Бөгөн Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу аш-һыу фестивалдәре даими рәүештә үткәрелеп килә, туроператорҙар гастротурҙар ойоштора. Әйтәйек, «Брудерфест» донъя кухнялары фестивале йыл һайын Рәсәй төбәктәренән башҡа, сит ил вәкилдәрен дә берләштерә. Быға тиклем республика етәксеһе Радий Хәбиров һәр бер муниципалитетта кәмендә бер фестиваль ойошторорға ҡушып, ошо маҡсатта дәүләт тарафынан матди ярҙам күрһәтеү тураһында хәбәр иткәйне. Был йәһәттән билмән, алма фестивалдәре, ҡоймаҡ, бәлеш байрамдары уҙғарыла.



