«Корона» компанияһының яңы цехын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт Кәримов менән кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, производство майҙанын, склад биналарын киңәйтеүгә 450 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Проект республика тарафынан хуплау тапҡан. Предприятие йылына 20 меңгә тиклем матрас етештерә, күрһәткесте илле меңгә еткереү планлаштырылған. Осрашыу сиктәрендә Рәсәйҙә тәүге булып ойошторолған мебель кластеры үҫеше мөмкинлектәре ҡаралды.
Корона предприятиеһының ун һигеҙ йыллыҡ тарихы бар. Ғаилә тарафынан ойошторолған бәләкәй цех хәҙер тотош Рәсәй кимәлендә билдәле. Етештерелгән продукция илдең иң яҡшы йөҙ тауары исемлегендә. Яңы цехтың асылыуы производство ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итәсәк.




