“Беҙ ҙә еңеүгә өлөш индерәбеҙ”. Бүздәк районы Урзайбаш ауылынан ирекмән Лина Ғималетдинова шулай ти. Ауыл халҡы хәрбиҙәр өсөн аҡса йыя, йылы кейемдәр бәйләй, кәрәк-яраҡтар әҙерләй. “10 марттан яңы акция башлайбыҙ”, - ти волонтер.
Республикала Миңлеғәли Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшләп килә. Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Бәйләнеш телефоны: 8-800-201-89-03. Иртәгә Өфөлә ирекмәндәр форумы була. Унда волонтерлыҡ үҫешенә арналған фекер алышыу ойошторола. Гуманитар ярҙам йыйыу урындары ойошторола.







