Бүздәктә иң матур ҡыҙҙы асыҡланылар. Районда гүзәллек конкурсы уҙҙы. Унда 16 йәштән 25 йәшкәсә 10 һылыуҡай һынау тотто. Район мәҙәниәт һарайы етәксеһе Илсур Ғилфанов һөйләй.
"Бүздәк ынйыһы" матурлыҡ конкурсында Ғайнанова Әлиә еңеү яуланы. Уға һылыуҡай тажы һәм диплом тапшырылды. Әлиә тәьҫораттары менән уртаҡлаша.





