Еңеүселәр бер быуатлыҡ лицейға ҡабул ителә. Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта олимпиада үтә. Ул 27 мартта башлана. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткән балаларға белем усағында уҡыу мөмкинлеге бирелә. Уҡытыусы Зөлфиә Сәйфуллина беҙгә ошо турала хәбәр итте.
2-се лицейҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, яугир-шағирҙар Батыр Вәлид, Мөхәмәтйәров Хәй, Хөрмәт Хәйри, республиканың беренсе мәғариф министры Фатима Мостафина уҡыған. Киләһе йылда белем усағы асылыуға 100 йыл тула.




