Өфөнөң Рыбаков урамындағы күп фатирлы йорттоң өлөшләтә ҡыйығы ишелгән

Түбәнең 20 квадрат метр майҙаны емерелеп төшкән. Осраҡ һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ, йорт ишелеү ҡурҡынысы юҡ. Күҙаллауҙар буйынса ҡыйыҡ еүеш ҡар өйөмөн күтәрә алмаған. Был хәл буйынса Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы тикшереү башлаған.

Өфөнөң Рыбаков урамындағы 12се күп фатирлы ике ҡатлы йортоң ҡыйығы ишелеү сәбәпле прокуратура тикшереү үткәрә. Йорт яны мөлкәтен тейешенсә тәртиптә тотоу, бинаның ҡыйығын таҙартыу буйынса йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма эшенә лә баһа биреләсәк.

Диана Йыһаншина, Өфөнөң Орджоникидзе районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ