Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Рөстәм Шәйхетдиновтың ғаиләһе менән осрашты

Туймазыла Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған сержант Рөстәм Шәйхетдиновтың әсәһе, ҡатыны, балалары менән дә осрашты.

Республика етәксеһе уларҙың оло ҡайғыһын уртаҡлашты һәм Шайморатов орденын тапшырҙы. Районда батырҙың исемен мәңгелләштереү бурысы ҡуйылды. Урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, Еңеү көнөнә тиклем мемориаль таҡтаташ һәм герой партаһы ҡуйыу планлаштырылған. Доставалов исемендәге батальонда иткән яҡташыбыҙға үлгәндән һуң, «Батырлыҡ ордены» тапшырылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ