Шишмә районында шартлауҙар яңғыраны. Ошо рәүешле тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр яҙғы ташҡын ҡатмарлыҡтарынан һаҡлана. Боҙ тығындарын иҫкәртеү маҡсатында эшләнгән сара Архангел, Дыуан, Салауат һәм Белорет райондарында ла үтәсәк. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Боҙ ҡалынлығына ҡарап, яҡынса 10-15 метр һайын уйылған мәкеләргә шартлатыусы матдәләр һалына. Эштәр Шишмә районының Петряев ауылы эргәһендәге Өршәк йылғаһында бара. Был урын осраҡлы ғына һайланмаған. Былтыр яҙ дала йылғаларынан күберәк Өршәк күп мәшәҡәттәр килтерҙе, ти белгестәр.
Шартлатыу командаһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм 12-се инженер бригадаһы хәрбиҙәре. Ҡотҡарыусылар мәке уйһа, үҙәндең киңлеген һәм боҙҙоң ҡалынлығын саперҙар үлсәй. Уларға көндөң боҙолоп тороуы ла ҡамасауламай.
Бер нисә сәғәткә һуҙылған әҙерлек эштәре тамаланғандан һуң, шартлау яңғыраны.
Яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ла иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Унда хәбәр итеүҙәренсә, йылғаларҙың 7-18 апрелдә таша башлауы ихтимал, һыуҙың максималь кимәле норманан түбәнерәк булыр тип көтөлә. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә ташҡын хәүефе көслө булған 200-ҙән ашыу йылға бар. Йышыраҡ бәләкәй дала йылғалары, шулай уҡ Ағиҙел, Өфө, Дим йылғалары ярҙарынан сыға.
Матбуғат конференцияһында янғын хәүефһеҙлеге темаһы ла күтәрелде. 1 марттан алып Рәсәйҙең Янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелгәйне. Хәҙер аш-һыу әҙерләү һауыттарын, мангалдарҙы биналарҙан 5 метрҙан кәм булмаған арауыҡта урынлаштырырға мөмкин. Шулай уҡ, янғын хәүефе янаған тораҡ пункттар 10 метр киңлектәге минералләштерелгән һыҙаттар менән уратып алынырға тейеш.
Әлфинә Килдейәрова






