Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары «Таҙа һауа» федераль программаһына ҡушылыуы ихтимал

Башҡортостандың химия һәм нефть химияһы сәнәғәте үҙәге булып торған ҡалаларҙа һауаны таҙартыу маҡсатында инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы мөмкинлек. Бөгөн был программа илдең 12 ҡалаһында эшләй. Ошо һәм башҡа экология мәсьәләләренә арналған брифинг Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙҙы.

Программаға ярашлы, илдең Экология министрлығы, төбәк һәм предприятие араһында өс яҡлы килешеү төҙөлөү һөҙөмтәһендә газ-мотор яғыулығында эшләүсе транспорт бүлеү, һауалағы зарарлы ҡатнашмаларҙың миҡдарын үлсәү системаһын көйләү һәм башҡа саралар ҡаралған. «Сода» компанияһы һәм «Газпром нефтехим Салауат» программала ҡатнашыу теләген раҫлаған да инде.

Әңгәмә барышында Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәтенең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығының етәксеһе Роман Болотов белдереүенсә, ҡалдыҡтарҙың зыянын кәметеү предприятиеларҙа эшләп килгән етештереү-экология контроленең дә яуаплылығына инә. Шул рәүешле урында эштәрҙе йәнләндереү мөһим.

Килешеү нигеҙендә һәр яҡтың да үҙ бурыстары була. Әйтәйек, төбәк газ селтәрҙәрен арттырыу, юлдар төҙөү менән шөғөлләнһә, дәүләт кимәлендә метеопостарҙы арттырыу һәм башҡа саралар тормошҡа ашырылырға тейеш. Был эштәрҙең төп маҡсаты һауалағы зараралы матдәләрҙе кәметеү.

Роман Болотов, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәтенең көньяҡ урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе

Яңыраҡ сәнәғәт ҡалаларындағы һауала зарарлы матдәләрҙең миҡдары артыуы теркәлгәйне. Мәсьәләне белгестәр елһеҙ һауа торошона бәйләй. Уны хәл итеү өсөн предприятиеларға ҡыҫҡа мөҙҙәтле план әҙерләргә ҡушыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ