Етлекмәй тыуған сабыйға йәшәү мөмкинлеге. Республика перинаталь үҙәгендә ваҡытынан алда тыуған бәпестәрҙе тәрбиәләү алымдары камиллаштырыла. Былтыр бындай төркөмгә ҡараған балалар араһында үлем осраҡтары 25 процентҡа кәмегән, был Рәсәй күләмендә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Бөгөн дә БЮТ ижади төркөмө оҙайлы реабилитациянан һуң ҙур донъяға аяҡ баҫҡан сабыйҙы өйөнә оҙатыу мәлдәренә шаһит булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ғинуар айында Диләрә Сиразева тәүгә әсә булыу бәхетен татый, әммә уның сабыйы ваҡытынан алда тыуып ғаиләгә ҡатмарлы дауалау курсы үтергә тура килгән. Йәсминә република перинаталь үҙәгендә бер килограмм ике йөҙ грамм ауырлыҡта донъяға килгән. Тәжрибәле белгестәр йәш әсәнең һәм баланың ғүмерен ҡотҡарып, бәхетле ғаиләне өйҙәренә оҙатты.
Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың ғүмере тәүге көндәрҙән үк ҡатмарлы һынауҙарға дусар бдула. КЕскәйҙәр интенсив терапия бүлегендә реабилитация үтә. Шәфҡәт туташтары һәм табиптар бәпестәрҙең хәлен тәүлек әйләнәһенә тикшереп, уларҙы һауыҡтырыуға күп көс һала.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республикала яңы тыуған сабыйҙар араһында үлем осраҡтары 25 процентҡа кәмегән. Төбәктә экстремаль ауырлыҡта донъяға килгән кескәйҙәрҙе ҡотҡарыу күрһәткестәре ил буйынса иң яҡшыларҙан иҫәпләнә.
Табиптар әйтеүенсә, хәүефле осорҙа ҡатын-ҡыҙҙың күҙәтеү аҫтында ҡалыуы бала ғүмерен һаҡлауҙың мөһим өлөшө булып тора. Ҡыҙғанысҡа, былтыр 23 сабый йорт шарттарында донъяға килеп, медицина ярҙамы булмай, ғүмерҙәре өҙөлгән. Табиптар эргәлә булғанда балаға йәшәү бәхете бүләк итергә бар көсөн һала - һәр яңы ғүмер мөғжизә һәм бәпестең ауырлығы ни тиклем бәләкәй булһа ла уны ҡотҡарыу бурысы ҡуйыла.
Флорида Ким



