Был юлы режиссер коллектив билдәле шағир, драматург Салауат Әбүзәровтың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Лиана Ниғмәтуллина сәхнәләштергән спектакль ике көн дауамында аншлаг менән үтте.
Институтты тамамлағандан һуң ата-әсә йортонда төпләнергә ҡайтҡан Айбулат яңы йортҡа нигеҙ һалғанда хазина таба. Асыҡланыуынса, хазина ябайҙан булмай - һандыҡтың эсендә ғәрәпсә яҙылған аманат һәм шәжәрә табыла, унда ошо ауылдың, ата-бабаларҙың тарихы һаҡлана.
Әҫәрҙә тыуған ергә, телгә булған һөйөү, ата-бабаларҙың рухын һаҡлау, уға тап төшөрмәү кеүек изге төшөнсәләр һалынған. Пьесса тиҫтә йыл элек сәхнәләштерелеүгә ҡарамаҫтан, әле лә көнүҙәклеген юғаплтмай.
Сәхнә биҙәлеше йәһәтенән дә тамашасыны битараф ҡалдырманманы. Рәссам милли үҙенсәлектәрҙе заман йәштәренә лә аңлайышлы итеп һөрәтләргә өлгәшкән.
Әйткәндәй, Салауат Әбүзәровтың тап ошо әҫәре тәүге тапҡыр Өфөлә Арыҫлан Йәнбәков тарафынан әҙерләнә. Бөгөн дә ул тамашасы тарафынан яратып ҡабул ителә. Унан һуң, Сибай, Ырымбур, Яр Саллы ҡалаһы театрҙары «эләктереп» ала. Шуға ла Салауат Башҡорт драма театры репертуарында ла лайыҡлы урын аласағына шикләнәһе түгел.
Азат Ғәлиуллин



