Бөгөн район, район-ара, ҡала судтары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән кәңәшмә үтте. Унда тармаҡ өсөн 2022 йыл һөҙөмтәләре барланды. - Судьялар һәм аппарат хеҙмәткәрҙәре ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Уҙған йылда судтарҙа 1 миллион 300 мең материал ҡаралған. Был 2021 йылдағынан 9 процентҡа күберәк, - тине Радий Хәбиров.







