Уларҙың һаны буйынса беҙҙең республика Татарстан һәм Силәбе өлкәһе менән бергә алдынғы урындарҙа, тип белдерҙе Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Уҙған йылда республикала илдәге беренсе мебель кластеры булдырылды. Шулай уҡ сәнәғәт, авиация, машиналар төҙөлөшө һәм агросәнәғәттә берләшмәләр барлыҡҡа килде. Әле станоктар төҙөү һәм еңел сәнәғәт кластерҙары булдырыла.




