Белгестәр фаразлауынса, был ҡыш ҡар ҡатламы ҡалын булды. Сысҡан һәм талпан ғәҙәттәгенән нығыраҡ таралыуы мөмкин. Ошоно иҫәпкә алып эшкәртеү майҙандарын арттырыу көтөлә. Уҙған йылда Башҡортостанда 10 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалғандан һуң дауаханаға мөрәжәғәт итте. 3 меңгә яҡын кеше сысҡан биҙгәген йоҡторҙо.







