Радий Хәбиров Туймазы ҡалаһына эш сәфәре барышында 7-cе балалар баҡсаһында булды

Мәктәпкәсә учреждение 2011 йылда капиталь ремонттан һуң асылған. Бында төрлө күҙ ауырыуҙарынан яфаланған етмешкә яҡын бала йөрөй. Төбәк етәксеһе тәжрибәле коллектив менән осрашып, офтальмология ҡорамалдары менән йыһазландырылған дауалау кабинеттарын ҡараны. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре Радий Хәбировтан визотроник аппараты менән тәьмин итеүҙә ярҙам һораны. Бинаны тышҡы яҡтан биҙәү, спорт майҙансығын резина ҡатлам менән түшәүҙә лә финанс сығымдар талап ителә. Башҡортостан Башлығы яуаплы ведомстволарға был мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Осрашыу аҙағында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Радий Хәбировҡа ҡул эштәрен бүләк итте. Төбәк етәксеһе малай-ҡыҙҙарҙы Өфөгә экскурсияға саҡырып, республика Йортонда урынлашҡан эш кабинетын күрһәтергә вәғәҙәләне.

Быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса балалар баҡсаһы эргәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорт биләмәләре заманса төҫ аласаҡ. Билдәләнгән участкаларҙа балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, тротуар, парковка урындарын яңыртыу, видеокүҙәтеү камералары, сүп-сар контейнерҙары ҡуйыу ҡаралған. Район хакимиәте етәкселеге билдәләүенсә, планлаштырылған барлыҡ эштәрҙе тамамлауға 15 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанстар талап ителә. Радий Хәбиров республика ҡаҙнаһынан аҡса бүлергә, төҙөлөштө ваҡытында һәм сифатлы башҡарырға ҡушты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ