Уның көн тәртибенә яҙғы ташҡын мәсьәләһе сығарылды. Быйыл һыу кимәлен күҙәтеү КА-32 янғын һүндереү ҡотҡарыу вертолеты ярҙамында ла башҡарыла. Хәүефле урындар һауанан асыҡлана. Павловка, Нөгөш, Йомғужа һыуһаҡлағыстарында гидропостар ҡуйылған. Муниципаль берәмектәрҙә 352 ваҡытлыса йәшәү урындары булдырылған. Күҙәтеүҙәр буйынса быйыл яҙғы ташҡын күп йыллыҡ нормаларҙан түбән булыр тип фаразлана.






