Радий Хәбиров Республиканың Юғары судына намыҫ һәм ғәҙеллек өсөн рәхмәтен белдерҙе

Республика Башлығы әйтеүенсә, йөкләмәләрҙең көндән-көн артыуына ҡарамаҫтан, суд системаһы юғары һөҙөмтә күрһәтә.

Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа ла улар граждандар хоҡуҡтарын һәм закон үтәлешен тәьмин итә. Башҡортостандың Юғары суды рәйесе вазифаһын башҡарыусы Иван Семенов әйтеүенсә, былтыр республика судтары 1 миллион 294 мең эш ҡараған. 2021 йыл менән сағыштырғанда, һандар йөҙ меңгә күберәк. Был күрһәткес буйынса республика илдә бишенсе урынды биләй.

Был әлбиттә, юғары йөкләмә тураһында һөйләй. Шуға ҡарамаҫтан Башҡортостандың суд системаһы илдә өсөнсө йыл рәттән бишенсе урынды биләй. Ә Волга буйы федераль округында икенсе баҫҡыста. Бер судъяға айына 90 эш башҡарырға тура килә. Ә айырым райондарҙа, мәҫәлән Ғафури һәм Илеш райондарында, бер судъя 170 тирәһе эш ҡараған.

Иван Семенов, Башҡортостандың Юғары суды рәйесе вазифаһын башҡарыусы

Судъя һөнәре юғары компетенция, ентекле эшмәкәрлек, ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлек талап итә. Сөнки улар кеше яҙмыштарын хәл итә. Был яуаплы һәм ауыр хеҙмәтте Башҡортостандың суд корпусы лайыҡлы башҡара, тине Радий Хәбиров.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ