Белгестәр фаразлауынса, был ҡыш ҡар ҡатламы ҡалын булды. Кимереүселәр менән зарарлы бөжәктәрҙең ғәҙәттәгенән нығыраҡ таралыуы мөмкин. Ошоно иҫәпкә алып, эшкәртеү майҙандарын арттырыу көтөлә. Былтыр Башҡортостанда талпан ҡаҙалып 10 меңдән ашыу кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән. 3 меңгә яҡын кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған.






